“Галиев Мөхәмәтхан Сафа улы, 1905 йылда Яңы Өсөйлө ауылында тыуған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Һуғыштан алда һәм аҙаҡ Темәш ауылында йәшәгән. Кемдә уның тураһында информация бар, уртаҡлашығыҙ.”
Тыуған яҡтың тарихын өйрәнеүсе Әхмәдуллин атлы кеше, күмәкләп төшкән фотоһүрәттән берәүҙең башын ғына ҡалдырып, интернетта беҙҙең ауыл төркөмөнә иғлан биргән.Яҙыу ошо ғына булһа, артыҡ иғтибар ҙа итмәй артабан киткән булыр инем. Әммә...
“Уның ҡатыны—Мәғәфүрә, һатыусы булып эшләй, улы Харрас . Улар Нәзепетровский ҡалаһында йәшәгән,”-тигән һүҙҙәр, компьютер экранын ғәмһең шыуҙырыуҙан туҡтатты. Бигерәк тә һарғайған фотолағы ҙур кепка кейгән төҫкә-башҡа бик килбәтле егерме—егерме биш йәштәрҙәге кешенең йөҙө, бигерәк тә өрөп тултырғандай ирендәре таныш тойолдо.
Әллә улармы икән? Шул тиклем дә тап килеүе мөмкин түгел.Мәғәфүрә, Харрас, Нәзепетровск.
Ҡартинәйемдең теленән төшмәгән исемдәр.Тормош ябай һәм аңлашылып ҡына торған заманда, бер генә лә тик ултырырға белмәгән теремек әбей:
—Эй, ҡыҙым, нисек ҙур үҫкәнһең, элек килгәнендә бына шундай ғына инең, — ул саҡтағы минең буй иҙәндән бер метрҙай ғына юғарылыҡҡа күтәрелеп күрһәтелә һәм эре кәүҙәле әбей мине ҙур ҡосағына алып, тупылдатып арҡанан һөйә.
Бындай саҡта башты юғарыраҡ күтәреп ебәрәһең, әйе, беҙ хәҙер шундай, һин нимә әбей, донъянан артта ҡалғанһың, әйеме...
Икенсе килгәнендә миңә ҡарап:
—Эй, бигерәк үҫмәгәнһең! Беҙҙең Гүзә-ә-ә-л... О-о-о... Баш аша ҡарап тора.Фортапьянала уйнай! —тип, ейәнен маҡтай.
Был Гүзәл исемле туғаным, әллә ҡайҙа болоттар янына менеп, миңә, фортепьянаны ғүмерендә лә күрмәгән бисараға, “Ай-ай-ай!” тип башын сайҡаған кеүек була.
Хәтер икенсе исемгә лә йән индерҙе. Ғәҙәти тормошобоҙға йәм өҫтәп ишектән Харрас абыйҙың ҡаҡса оҙон буйлы кәүҙәһе, һүрәткә һыҙылып
төшөрөлгәндәй ҡыйғас ҡашы аҫтынан гел йылмайып ҡына ҡараған зәңгәр күҙле йөҙө күренеүе — үҙе бер байрам. Ул беҙҙең ауыл кешеләре шикелле йәйәү, һыбай, арба йәки санаға ултырып йөрөмәй, ә ялтырап торған күм-күк машинала ғына елдерә.
Килеү менән ул беҙҙе күмәгебеҙҙе лә тейәп, күрше ауылға концертҡа алып китә.
Машинаны ҡурҡытып,таныш бер кешеләрҙең йортона кертеп ҡуябыҙ ҙа, клубҡа хәтлем йәйәү атлайбыҙ.
Яҙға сығыу менән атайым беҙгә йыуан арҡандар бәйләп, киң таҡтанан “кәкүк” эшләп бирә. Беҙ бөтә урам бала-сағаһы шунда атынабыҙ. Хәйерсегә ел ҡаршы,тап шул көн атынғанда, атайымдың кәкүгенә тубығымды бәрҙерҙем. Көнө буйы яҡшы ғына йөрөгән аяҡ кискә шешенде, баҫыр әмәл дә юҡ.
Концертта урын табып ултырғанмындыр. Беҙ, бала-саға, нәзәкәтләнеп тормайбыҙ, сәхнә алдына, аяҡты бөкләп, иҙәнгә теҙелешәбеҙ. Ә бына аҙаҡ ҡараңғыла таныштарҙың өйөнә хәтлем барыу, үлем булды. Ҡоймаға йәбешеп кенә килә торғас, артта ҡалдым. Атайым менән Харрас абый һөйләшә-һөйләшә атлай бирҙе.Шул саҡ улар минең тороп ҡалғанды һиҙеп кире килде:
—Бәй, атлай ҙа алмай, ныҡ ауырттырған ахыры...
Машинаға хәтлем нисек кенә барып етермен, тип көйгән инем, Харрас абый эйелеп мине күтәреп ала, бер ҡулым менән уның елкәһен ҡосаҡлап, рәхәтләнеп бәүелеп кенә барам.Бына бәхет. Күҙҙән йәш тә ялындырып тормай, хәҙер килеп сыға.Йәлләүсе табылғанда йәлләтеп ҡалырға ғына беләбеҙ.
Йә ул йыйып беҙҙе һабантуйға алып сыға. Ауылда ундай мөғжизәне күргән кешеләр ҙә бер-икәү генә булған заманда, ошо машинаның тап беҙгә килеүе, әллә ни күреп, ирсеп үҫмәгән балалар өсөн, тиңдәштәр араһында башты күктәргә күтәреп ебәрергә бер сәбәп.
Силәбе өлкәһенә ҡараған Нәзепетровск ҡалаһы туранан ғына сыҡҡанда, беҙҙең ауылдан етмеш кенә саҡрымда ятҡас, ҡулда машина ла булғас:
—Эх, өйөм дә болама, итем дә юҡ, —тип әсәйемде борсоуға һалып , улар, туған йәнле кешеләр, кинәт кенә килде лә төштө.
Ауылда ни, ит, көтөү генә ҡайтһын, ҡайтмаһа,бер тәкәне көтөүҙән дә барып алып була. Ашы ла бешә, өйө лә, бер ыңғай туған-тумаса ла йыйыла, күңелең генә тар булмаһын.
Ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы, дүртәүләшеп бер йыйындыҡ та, беҙ ҙә уларға ҡунаҡҡа киттек. Мин февраль айында каникулға ҡайтҡанмын, еҙнәмә отпускы биргәндәр, инәйем эшенән һорап китте, ә апайым ҡыш көнө бер ерҙә лә эшләмәй. Беҙҙең маҡсат миңә бер кейем алыу. Өҫтөмдәге мәктәп йылдарынан ҡалған пальтома апайым менән тиренән яҡа, ең оҫтары ла тегеп, ҡыршалған ерҙәрен дә йәшереп маташтыҡ. Әммә ул бит минең менән бергә үҫмәй?! Ә Харрас абызыйҙың ҡатыны магазинда һатыусы булып эшләй, алып бирер тигән өмөт бар.Туранан яҡын юл, поездарға, автобустарға бер ултырып, бер төшөп йөрөй торғас, оҙоная, беҙ тәүлек тигәндә, барып төшәбеҙ.
—Бында магазин булырға тейеш, бында күпер, тип ҡулдарын һелтәп, ян-яғына ҡаранған инәйемдең хәтеренә ышанып торманыҡ, осраған кешеләрҙән һораштыҡ та, алға атланыҡ. Русса шәпһең тип, был эште миңә, уҡыған кешегә, ҡуштылар. Көн бик һыуыҡ, автобустар йөрөмәй, шуға күрә дүртәүләшеп ҡаланы урталай ярып үткән Южаниново урамының бер осонан, икенсе осона хәтлем йүгереп барҙыҡ.
Ниһайәт, Харрас абызыйымды таптыҡ, уның шығырҙап торған өр-яңы өйө, ботаҡтары ҡар ауырлығынан аҫылынып, стеналай теҙелешкән шыршылар аҫтында ултыра икән.
Ишектән кергәс үк өйҙәге бай йыһазға иҫ китте, затлы мебель, фортепьяно. Уның урман хужалығында мастер булып эшләгәнен беләбеҙ, әммә улай уҡ хәлле торалар тип, уйламағайныҡ. Музыкант ҡыҙ Гүзәл өйҙә булмай сыҡты, ул фортепьянаһын ташлап, кейәүгә сығып ҡуйған икән,был турала һүҙ ҡуйыртманылыр, ә улдары Морат ятһынып ҡына беҙҙең менән иҫәнләште.Еңгә беҙгә табын ҡороуға, абызыйым да эштән ҡайтты.
Иртән еңгә беҙҙе магазиндар буйлап йөрөттө, әммә беҙ пальто ла, тун да тапманыҡ, бындағы халыҡ булғанын ҡырып-һепереп алып бөткән, әйтерһең, һатыусыларҙы буш кәштәләрҙе һаҡларға баҫтырып ҡуйғандар, әммә хужалыҡ кәрәк-яраҡ тауарҙары магазинына әйбер килтергәндәр, оҙон сираттың осона баҫып, төшкә хәтлем тороп, төрлө һауыт-һаба алдыҡ.
Мәғәфүрә әбей балаларынан айырым тора икән, беҙ инәйем менән, әбейҙең адресын һораштыҡ та, икәүләшеп уны күрергә киттек.
Мәғәфүрә әбейемдең өйө бик бәләкәй генә икән.Килеп кергәс, эстә бер нәмә лә күренмәне, ҡап-ҡара төтөн, бер генә бүлмә, шунда сәсәй-сәсәй, мейесен яғып ебәрә алмай ҡыйышҡан кеше, әбейем булып сыҡты. Беҙҙе күргәс ул да бик шатланды.
Ишекте иңенә асып ебәрҙек.Урамдағы кеүек һалҡын булып китте.
—Хәлимә туғаным ни хәлдә йәшәй?
Инәйем ентекләп ҡартинәйемдең хәлдәрен һөйләне. Мәғәфүрә әбей әле ул ул яҡҡа талпынды, әле был яҡҡа.Бәлтерәгән ҡарсыҡ беҙҙе сәй ҙә ҡуйып эсерә алманы.Әле уныһы, әле быныһы булмай сыҡты.
—Ҡайт, ауылға ҡайт, —инәйем ишектән сығып еткәнсе бер үк һүҙҙе тәпәне.
—Бер ҡарамай ҡайтып китәр инем дә, тик бер ҡартайғас, кемгә кәрәгең бар? Үҙ балаларыма ла сабыйҙары бәләкәй саҡта, кәрәк инем, хәҙер үҫтеләр, мин кәрәкмәйем.
Тешһең ауыҙҙа ҡат-ҡат әйтелгән һүҙҙәр бәхилләшеү булған икән.Әбейҙе башҡа иҫән-һау күрмәнек.
—Бергә-бергә татыу ғына йәшәп ятһалар, була ла һуң... —инәйем юл буйына ошо хәлде тикшерҙе, Мәғәфүрә әбейемдең тормошон күреп бик көйҙө.
Ығы-зығыла өс көн үтеп тә китте. Кистән юлға йыйындыҡ та , ҡайтып та киттек.
Оҙон сират тороп алған туҫтаҡтарҙы инәйем сервантына теҙеп ҡуйҙы ла, килгән кешеләргә күрһәтеп, һөйләр булды:
—Бына шул-шул йылды Нәзепетровскийға барғанда алып ҡайтҡайныҡ.
Бәлә ялғыҙ йөрөмәй тиҙәр, Нәзе буйынан бер-бер артлы ҡайғылы хәбәрҙәр килә башланы. Туғаныбыҙ, Харрас абызыйыбыҙ, зәңгәр күҙле, ҡойоп ҡуйғандай матур кеше балыҡ һөҙгәндә һыуға төшөп киткән. Ә Мәғәфүрә әбейем тураһына ниндәй хәбәр булғандыр, мин уҡыуҙа булып ҡалдым. Ул да көйөгөнән, улы артынан китеп барғандыр.
Әбейемдең ике ҡыҙының береһе Дегтярка тип аталған ауылда, икенсеһе Табыҫҡала йәшәгән.
Ҡыҙҙарҙың олоһоноң исеме Ғәзимә булып, осрашһалар, уның исеме ҡартинәйем менән Мәғәфүрә әбейемдең теленән төшмәне.Ғәзимә уҡып сыҡты, Ғәзимә эшкә керҙе, Ғәзимә... Уның тарихын ғына ул саҡта йәшерҙеләр, тындарын сығарманылар.
—Үҙең ҡара, һинең иреңдең балаһы,—тип, йүргәктәге сабыйҙы әбейемә тәҙрә аша бер ҡатын тоттороп китә. Күрәһең, уларҙың мөнәсәбәттәре хаҡында ишетелгән була, ул ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй.Быға тиклем тыуған бер балаһы үлеп торғас, әстән генә һыҡранһа ла, тышҡа сығармай, баланы үҙенекеләй тәрбиәләй. Шунан һуң бала янына бала, Харрас, Венера, Илдус тыуа, һәм ниндәйҙер мөғжизә менән тыуған бере бына тигән йәшәп китә.
Ғәзимәгә биш йәш тулғас, уны эҙләп теге ҡатын килә:
—Ҡыҙым, һинең инәйең мин булам, әйҙә, минең менән.
Ҡыҙыҡай сит ҡатынға аптырап ҡарай ҙа, Мәғәфүрәнең итәгенә барып йәбешә:
— Бына минең инәйем. Кит мынан, мин һинең менән бер ҡайҙа ла бармайым.
Был осрашыу баланың хәтерендә ҡалмай. Ул үҙенең Мәғәфүрәнең үҙ балаһы булмағанын белмәй, шулай ғүмер итә, был хаҡта уның балалары ла ишетмәй.Тик бына хәҙер генә кемдер, йәшен йәшәгән, ашын ашаған, Мәғәфүрәнең ейән, ейәнсәрҙәрен уйға ҡалдырып, был хаҡта һөйләгән һәм ул хәбәр беҙҙең яҡҡа ла килеп сыҡҡан.
Хәтергә төшкән туғандарым уйымдан сыҡманы һәм мин ошо ғаилә менән ҡыҙыҡһынған Әхмәдуллин тигән кешегә белгәндәремде ебәрҙем.
“Мин һеҙгә Галеев тураһында һөйләй алам, дөрөҫөрәге тап уның хаҡында түгел, ә ғаиләһен генә, ә уның яҙмышында һөйләрлек нәмә юҡ, сөнки уны ултыртып ҡуялар”
Кем шулай тип яҙа инде?
Туғанҡайым, һуңланың, хәбәрең китте. Интернет—тиҙлек заманы. Быға урыҫтарҙың бер мәҡәле тура килә, сәпсек тураһында. Беҙ ни хәҙер урыҫсаға
М.Әхмәтйәнова
шәп булғас, мәҡәлдәрҙең дә уларҙыҡы тәүләп иҫкә килә, үҙебеҙҙә лә бар ҙа инде. Шәберәк тә яңғырай. Әйтелгән һүҙ— атылған уҡ, мәҫәлән.
Ошо уйламаҫтан ысҡынып киткән сәпкә тейгәнме, теймәгәнме уғымды төҙәтеп, туғандарым хаҡында йәйелдереп хәбәр ебәрҙем.Әммә Мәғәфүрә әбейемдең ире хаҡында ләм-мим.Тәүге мәртәбә иғланды уҡығанда тап кемде эҙләүҙәрен аңламауҙың сәбәбе исем булған. Беҙ ишетеп үҫкән Хәмәтхан бабай менән Галеев Мөхәмәтхандың бер үк кеше икәне аҙаҡ ҡына башыма барып етте.
Әхмәдуллин уны ни өсөн эҙләүен яҙып һалды.Ул пенсияға сыҡҡас, сит яҡтарҙан тыуған ауылына ҡайта.Шул йылда ауыл халҡы шәжәрә байрамы ойоштороп, буйтым нәҫел-затын өйрәнә башлай . Был ен уға ла ҡағыла— ялдағы кеше ең һыҙғанып ошо эшкә тотона,ата-бабаларының варистарын табып,төрлө мәғлүмәт йыйып, яҡын-тирә ауылдарҙы йөрөп сыға, йыраҡтарға хаттар яҙып һала.
Ә Галеевҡа килгәндә, ул йәш сағында актив комсомолец, аҙаҡ коммунист булып, тыуған ауылында ячейкалар ойоштороп йөрөгән. Колхозлашыу башланғас, яңы ауыл төҙөгәндә тәүгеләрҙән булып яҙыла. Уны русса “Новая жизнь” тип атай, ябай халыҡ аҙаҡ уны Науажиз тип үҙгәртеп ебәрә. Ул ерһеҙ халыҡты ойоштороп, кредитҡа лобогрейкаһына тиклем алып ҡайта. Колхозсылар күмәкләшеп Темәш ауылынан ары ятҡан Һоябашта сиҙәм ерҙәрен күтәрә, иген сәсә. Күсенгән кешеләрҙең бәхетенән, ул йылдар уңдырышлы килә. Күмәкләшеп һәр кемгә торорға өй күтәрәләр, мәктәп, магазин, медпункт асалар. Тирә-яҡтан йәштәр килә, ул бик ҙур ауыл булып китә. Галеев колхоз тормошоноң уртаһында ҡайнай. Тәүге трактор алып ҡайта.
Шулай гөрләп йәшәп ятҡанда һуғыш башлана, Мөхәмәтхан мобилизацияға эләгә.
Ә был ауылға килгәндә, унда хәҙер ҡосаҡ етмәҫлек бер-нисә тирәк кенә ултырып ҡалған. Һуғыштан һуң юғарынан ваҡ ауылдарҙы берләштеререгә тигән ҡарар килеп төшә. Науажиз ауылын Темәшкә күсерәләр.
Тыуған яғымдың геройҙарын мәңгеләштереп йөрөгән кешегә нисек булышмайһың?!
Һорауы менән мин уға телефонымды ла бирҙем. Шул сәғәттә үк ул шалтыратып та ебәрҙе. Бик йыраҡтан тоноҡ ҡына ишетелгән ир кешенең тауышы бик ҡәтғи ине:
—Галеевты нейә төрмәгә ултырталар?Туғандарығыҙ хаҡында шул тиклем информация, шундай важный момент юҡ. Һөйләмәнеләрме ней?
Был һиңә интернеттағы быныһын яҙһам да була, ә быныһын юҡ, тигән хәбәрләшеү генә түгел.Һиңә атап һорау бирҙеләр, яуап бир.Тәүҙә бер нисек тә Мәғәфүрә әбейемде, Харрас абызыйымды был Галеев фамилиялы кеше менән кинәт кенә бәйләй алмай маташтым. Туған-тумаса араһында кем инде фамилия менән һөйләшә, әбей, бабай тиһең.
Етмәһә өйҙә тынлыҡ урынлашты.Кем унда миңә кискә ҡаршы шалтырата әйеме? Был һорауҙы бер кем ҡысҡырып әйтмәһә лә ул, тауышһыҙ ғына асылынып торҙо. Миңә текәлгән ҡараштарҙы күрмәҫ өсөн, төпкө бүлмәгә индем.
Телефондың теге осонда мине тыңлағандарын ҡабат белешеп, фекеремде төйнәргә тырышып, һөйләй башлайым:
—Бабайымды төрмәгә ултыртҡас,уның ғаиләһен ауылдан ҡыуалар, балаларға төрөмщик балаһы, тип әйтерҙәр,барыбер беҙҙе бында бер кем дә һанламаҫ ине тип, Мәғәфүрә әбейем дүрт балаһын итәкләп, Дегтяркаға урман киҫергә сығып китә. Унда баракта торалар, аҙаҡ леспромхоз ябылғас, улар Нәзепетровскийға күсеп килгән.Башҡаһын белмәйем.
—Белмәгәс нисек яҙҙығыҙ? Һеҙ бит был турала яҙғанһығыҙ.
—Нимә тип?
—Урлашып тотолған тип...
Мин артыма ултырып уҡ киттем.
—Булмаҫ, һеҙ яңылышаһығыҙҙыр.Бәлки беҙ ике кеше тураһында һөйләйбеҙҙер?
—Ҡатынының исемен дә биргәнһегеҙ...
—Ну-у-у... Туған-тумасаның исеме кереп китә инде.
Аптырағас, ул рәхмәт әйтеп, минең менән хушлашты.
Бына ошонда мин уны икенсе мәртәбә алданым булып сыға, әйе дүрт һөйләм менән генә ошо тарихты бер иҫкә алған инем. Унда ошо исемдәр бары бер мәртәбә аталып үтә.
Белмәй буламмы инде?! Ул бала-саҡтағы иҫ. Бер генә ишет!
Харрас абызыйым ҡунаҡҡа килгән һайын уның атаһы Хәмәтхан тураһында һүҙ булды. Инәйем йыш ҡына:
—Их, кеше әйберенә нейә тейергә инде,—тип ауыр көрһөндө.
Улы атаһының яҙмышын асыҡлап, ҡайҙарға ниндәй хаттар яҙыуын һөйләне.Тик уға бер ҡайҙан да йүнле генә яуап ебәрмәйҙәр.
Мәғәфүрә әбейем ҡартинәйемдә булғанында, утты һүндереп йоҡларға ятҡас та әле, улар ярты төн сөкөрҙәшә. Хәмәтхан тураһында һөйләнелгән хәбәрҙәр иң аҙаҡ яңғырай. Тәүҙә улар, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған ике ҡатын, балаларының, ейән, ейәнсәрҙәренең тормошон тикшереп сыға.Ғәҙәттәгесә, ни эшләптер килендәрҙән, кейәүҙәрҙән әбейҙәрҙең һис кенә лә уңмағаны аңлашыла.
—Ышанаңмы, Хәлимәкәйем, эшенән ҡултыҡлап килтереп кертәләр. Йә юҡ та, юҡ... Харрас китә артынан. Эй, Хоҙай,ниндәй көйөктәргә төшөрҙө ул килен.
— Эй, туғанҡайым, ниндәй заман килде, әйтерһең дә бөтә халыҡты эскелеккә батырырға уйлайҙар. Бына магазинға кер, ағы бар,ҡыҙылы бар, мискә менән пиваһы... Ә эсергә сәй юҡ, әпәй китермәйҙәр, китерһәләр— талаш-ҡырыш.
—Эскән кешегә бит, Хәлимәкәйем, бер ни кәрәкмәй.Хөкүмәткә яйл-ы-ы...
Шунан күпмегәлер улар уйҙарына батып тынып ҡала.Сират Хәмәтханға етә.
—Ниндәй генә уйҙар менән кеше малына тейгәндер.
—Ышанаңмы, Хәлимәкәйем, тәғәм ризығыбыҙ юҡ. Дүрт баланы хыт көнөнә бер ашатырға кәрәк.Ике бәләкәс рахитҡа әйләнде. Үҙем шешенә башланым. Аптырағандан барып йәбешкәндер инде.
—Туғанҡайым, ищеү миңә кертәһең, эй Хоҙай... Балаларға бешереп тә ашаттым, килеп тә тулды милисия...
—Ышанаңмы, Хәлимәкәйем, сразы таптыла-а-р! Рауҙаға элеп кенә бөткәйне.Минут эсендә шул тиклем итте ҡая йәшереп бөтәң? Алғы яҡтарын ҡаҡсы итеп элерем тигәйнем. Юҡ, бөтә тейәп алдылар. Исмаһам, һиңә күберәк бирәһе ҡалған.
—Былай ҙа бөтә ҡабырғаларын керттең, муйын һөйәген. Мине тентемәнеләр ҡый. Ашаныҡ.
—Ҡая йәшергәйең?
—Мунсаға! Ләүкә аҫтында элек-электән тәрән баҙ булды беҙҙең.Яҙҙан ҡар тултырып ҡуям, әллә күпме ята.Уны белмәҫ тә инек, элекке хужалар шыпырт ҡына еҙнәңдең ҡолағына төшөргән.Улар шунда хөкүмәт кешеләренән ашлыҡтарын йәшергән, аҙыҡ-түлеген.Элек-электән талау булды ҡый.
—Әйтәм дә һин мунсаңда иҙәнгә һыу түктермәйһең?!
—Эй, туғанҡайым, уны бит ныҡлап, емерелмәһен өсөн бура эшләп күтәргәндәр.
— Белгән булһаҡ, бөтә шунда алып барыр ҙа йәшерер икәнбеҙ.Аҙ ғына өлгөрмәнек шул.
—Һин бит миңә һөйләмәнең! Иҫеңә төшөр, Хәлимә, тинең, балаларыңа бешер ҙә ашат, бер нәмә лә һорама, бер кемгә лә өндәшмә, күрмәмеш тә, белмәмеш! Мин ни кейәү фрунттан ҡайтҡан тип, правлинье биргәндер тип уйланым.
—Әйе тей, Хәлимәкәйем, үҙең һөйләп ҡуяһың да инде, йәй уртаһында кем мал һуя?!
Улар таңға хәтлем ошо хаҡта һөйләй. Был ваҡиға ике ҡатындың үкенесле тормошонда бөтәшмәгән яра кеүек,тейгән һайын ауырта.
1941йылдың 25 авгусында мобилизацияға эләккән Мөхәмәтхан 181-се айырым уҡсылар батальоны составында Калинин фронтына эләгә. Ҡул пулеметы тотторалар уға.Дүрт йыл эсендә ул ике мәртәбә ҡаты яраланып, госпиталдә ятып сыға, ике мәртәбә еңел яра ала.1945 йылдың 23 сентябрендә демобилизацияға эләгеп, орден, миҙалдар менән күкрәге тулған һалдат, Темәш ауылына ҡайтып төшә.
Шешенгән ҡатыны һикенән саҡ тороп, филдекеләй аяҡтарын ҡуҙғатып йөрөй, уның янында баштары туптай, аяҡ ҡулдары бына өҙөләм, бына таралам, тип торған бәләкәстәре. Ололары ғына аяҡ өҫтөндә, мәктәптә уҡығас, аҙ-маҙ ашау эләккән. Хәмәтхан арҡаһындағы биштәр тоғон бушата, унда күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап алып ҡайтҡан консервалар, бер буханка арыш икмәге.Оло ғаиләгә бер ултырып ашарлыҡ аҙыҡ.
Атай кеше ҡасандыр үҙе ойоштороп уртаһында ҡайнаған колхоз правлениеһына китә. Унда аҡһаҡ Сәйфи өҫтәл тартмаһынан бер ус асҡыс һыпырып ала ла:
—Мөхәмәтхан! Бына, бөтә келәттәрҙе тикшереп сыҡ, ҡанат менән һепереп алырлыҡ та юҡ! Бөтә станцияға ташыныҡ!
Алмай Хәмәтхан асҡыстарҙы, белә, Сәйфи кеше алдамаҫ.Ул, юҡ тигәс, юҡ, тимәк. Китә ул районға.Военкоматҡа барып учетҡа баҫа.Унда барып һуғыла, бында килә. Тик уның кеүектәр ил менән икән. Бер ерҙә лә, һин, һалдат, илгә еңеү яуланың , бына һиңә шуның өсөн тип, йөгө менән ашлыҡ әҙерләп, ҡосаҡ йәйеп көтөп тормайҙар.
Кис ул ҡайтырға сыға.Урыҫ ауылы Йомаш менән Темәш араһы— тау менәһе, тау төшәһе.Йомаш тауына менеп етһә, бер һыйыр айырылып ҡалған да, уртлап йөрөй. Ул арҡаһындағы биштәр тоғоноң ҡайыштарын һүтеп ала ла, һыйырҙы бер ағасҡа бәйләп ҡуя. Кискә ауылға ҡайтып етә. Ҡараңғы төшкәс, ҡайышһыҙ ҡалған тоғона ике пар сабата һалып ала ла, шыпырт ҡына кире китә. Ул көндөҙ һыйыр бәйләп ҡуйған урынға килеп етеүгә, ҡырпаҡ ҡар һибәләй башлай.Ул һыйыр тояҡтарына сабата кейҙереп, бәйләй ҙә, аҡыртын ғына атлатып ауылға төшә. Килеп еткәс уң яҡта, өй арттарындағы сауыллыҡта ирле-бисәле таңға хәтлем ҡыйышалар. Мәғәфүрә ут яндырып тора, Хәмәтхан һыйыр һуя. Боттарҙы рауҙаға ғына элеп бөтөүгә, яп-яҡты булып та китә. Ян-яҡтарына ҡаранып та өлгөрмәй ҡалалар,тауҙан арҡаһына мылтыҡ аҫҡан милиция Худяков, һәм тағы бер кеше һыбай килеп тә төшә.Ҡырпаҡ ҡарҙа ярылып ятҡан һыйыр тояҡтарына кейҙерелгән дүрт сабата, алдан йомғаҡтай тәгәрәп, уларҙы тап эленгән иттең ҡандары ҡып-ҡыҙыл булып тамсылап торған урынға алып килә. Худяков ауыр эйәген мөгөҙҙәй алға һоноп,“шалт-шолт” мылтығын ҡора.
—Бысағыңды ергә һал, шайтан алғыры! Оружие на сто-о-ол!
Хәмәтхан артына әйләнеп ҡарай, бысағын аҡ ҡарға һөртә лә ергә һала.
—Ҡулыңды күтәр! Стая-а-ать!
Хәмәтхан ҡар йомарлап ике ҡулын бер-береһенә ышҡый, Мәғәфүрә килтереп элеп ҡуйған ҡул сепрәгенә һөртә лә, ҡулын күтәрә. Худяков еңел генә атынан һикереп төшә, күҫәк кеүек ҡулдары менән ат эйәрендә бәйләүле торған арҡанды ысҡындырып, бер яҡ осона Хәмәтхандың ҡулын, икенсеһен кире эйәргә бәйләй. Худяков бейек күн итектәрен шығырҙатып, өҙәңгегә баҫып, атына ултыра. Шул арала йыйылып киткән халыҡҡа боролоп, алда торғандарҙың аты менән өҫтәренә менә яҙып, баш бармағын һелкә-һелкә былай ти:
—Һәр берегеҙҙе шул көтә, шайтан алғырҙар! Ка-а-нчать!
Ат ҡуҙғалып киткәнгә, Хәмәтхандың кәүҙәһе ирекһеҙҙән алға тартыла, ул бер ситтәрәк торған тай-тулаҡ йәштәргә башын бороп:
—Жегеттәр,мине ташлап ҡуймаң.
— Малча-а-ать!
Итен шул уҡ көндө килеп, тейәп алып китәләр.
“Жегеттәр” уны, әлбиттә, ташлап ҡуймай.
Сиркәүгә алып барып, тимер ишекте амбар йоҙағы менән бикләп ҡуйһалар ҙа, ул тәҙрәнән сығып ҡаса. Районда эске эштәр буйынса етәксе вазифаһын башҡарыусы Бармин ғына, ике метр ярым бейеклектә торған тәҙрәгә нисек менгән, тимер рәшәткәне нисек аҡтарған, тип баш вата. Тик Худяков ҡына өндәшмәй.Шул уҡ сәғәттә ҡасҡынды эҙләп китә.
Хәмәтхан Темәштән һигеҙ саҡрым ары ятҡан Тәкәй ауылына килеп, унда Бәҙәр ҡарсыҡтың баҙында йәшеренеп ята.Әммә күрше-тирәһе күреп, был хаҡта бригадирға хәбәр итә.
Худяков һәм тағы бер милиция, был юлы һыбай түгел, ә ат егеп килә. Хәмәтханды ҡулдарын, аяҡтарын бәйләп, арбаға һалалар, өҫтөнә бесән тейәйҙәр, үҙҙәре шул йөк өҫтөнә менеп ултыра ла, китәләр. Башҡа яҡтан тура юл булмағас, бесән тейәлгән арба Темәштең бер осонан килеп кереп, Йомаш юлы менән сығып киткәнсе, кешеләр, йөк өҫтөндә ултырып барған ҡораллы
милицияға аптырап ҡарап ҡала, уларҙың ниндәй бесән алып ҡайтып барғандарын халыҡ белмәй ҡала.
Уны, герой-фронтовик булыуын иҫәпкә алып, алты йылға ғына хөкөм итәләр. Хәрби трибунал Ҡыҙыл Йондоҙ орденын һәм бөтә миҙалдарын кире ала.
Йомаш урыҫтарының мал-тыуары юғалһа, уны Темәштә эҙләйҙәр.Әгәр Йомаш менән Темәшкә кисә-бөгөн генә нигеҙ һалынһа, бурҙы эҙәрләүселәр тап унда күҙ терәп бармаҫтар ине, әммә был ауылдар инде нисә быуаттар күрше булып, тау аша ғына йәшәй һәм шуға күрә, әгәр урыҫтарҙың малы юғалһа, уны эҙләп тап Темәшкә киләләр.
Бик килеп төртөлһә, үткерерәктәре урыҫтың өйөнә көпә-көндөҙ барып керә:
—Биҙра картошки давай! Малайкам...
Мәрйә мығыр-мығыр килһә:
—Лета-лета будит, слидов ни видна будит...
Бына ишеткән ҡарт ҡарсығын аҡыртып ебәрә:
—Дай! Детям же просит!
Фәтҡулла кеүек бигерәк тә үткерҙәре, насар үткерҙәре, берәй урыҫтың һыбай үтеп барғанынмы, мал эҙләп йөрөгәненме күреп ҡалһа,ҡулына саҡма таш тотоп, баҡса ҡапҡаһына тиклем ҡыуып барған да, тегене атынан тартып төшөрөп:
—Пашом таптаеш? Сирек самогон, бер күн итек китерәһең!
Китергән урыҫ.
Шуға күрә ауыл халҡы Хәмәтханды бер ҙә бур тимәй, ә киреһенсә, былай тип тиргәй:
— Кем инде ҡулға эләккән малды ауылға алып төшөп һуя, шунда тау башында, соңғорҙа ғына ғына эш итергә лә, итен генә алып төшөп, Һояға һалырға. Башы-тояғы ла кәрәкмәй уның, тиреһе лә суртыма.
—Ул ҡасҡас, йырағыраҡ таялар. Кем инде Бәҙәр баҙында ята.Һикереп төшөү менән туранан ғына ысҡын ыстансаға, пуйыз башына менеп ят та,
һыпыр Ташкинға.Эт менән дә эҙләп тапмаҫтар. Аҙаҡ бисәң менән бала-сағаңды саҡыртып ал да, әйҙә, грамотаң бар, ҡайҙа ла— тәкәүески.
Тыуған яғымдың геройҙарын мәңгеләштереп йөрөүсе Әхмәдүллин уйламағанда үҙе хаҡында белдереп ҡуйҙы:
—Ысынлап та шулай булған икән. Мине кисә тарихсы Тәлғәт абый Темәшкә бер ҡартҡа алып барҙы, Сәғәзиев Рәхимйән тигән кеше. Һикһән алты йәш, ә хәтере шә-ә-п.Бына ул миңә Мөхәмәтхан тураһында барыһын да һөйләп бирҙе инде.Ул тотолғас, халыҡ йыйыла, Рәхимйән дә шунда була. Зерә йәшергәнһең, уның ниндәй ояты бар.Ул бит минең дә яҡын ғына бабайым була.Әнкәй менән бер туған .
Шулай итеп минең бабайым Галеев Мәхәмәтхан 1945 йылдың 24 сентябрендә Йомаш урыҫтарының һыйырын урлап тотолоп, төрмәнән ҡайтмай.
Мин иҫ белә башлағандан бирле, был тарихты ололар, беҙҙән, бала-сағанан, күрше- тирәнән, ғөмүмән сит-яттан хәлдәренә килгәнсә йәшерергә тырышты.Әйтергә кәрәк, бик уңышһыҙ булманы уларҙың тырышыуҙары. Бигерәк беҙ был турала өҫтән-мөҫтән генә беләбеҙ.Шулай ҙа был ваҡиға беҙҙең нәҫелдең күңеленә оҙон ҡаҙаҡ булып ҡағылған, ул тутыҡмай ҙа, кире тартып алып та булмай. Ундай ҡыпһыуырҙар донъя йөҙөндә уйлап сығарылмаған әле. Сығарылмаҫ та.
Инде улар барыһы ла, уларҙың балалары гүр эйәләре. Был тарихты белеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Хәҙер ул ҡаҙаҡ беҙҙә, өсөнсө быуында, тик яра ул тиклем ауырттырмай, бик йыраҡтан оса килә йөҙрә лә көсһөҙләнә бит.
Әммә ғүмер үтә барған һайын ул уйламағанда, үҙе хаҡында иҫкә төшөрөп тора, әйтерһең, күҙгә күренмәҫ кемдер уны тартып алып ырғытырға бирмәй, ә киреһенсә, тимер күҫәк менән ҡаҙаҡтың эшләпәһенә һуғып, төпкәрәк кертеп ҡуя. Әһә, ти, әллә кем булып танауығыҙҙы күтәреп ебәрмәң! Төрөмщиктәр нәҫеле икәнегеҙҙе оноттоғоҙмо әллә!
Онотманыҡ та һуң.
Тарих, аныҡ нәмә, ул бер мәлде генә асҡанда ла, әллә ҡасан булған ваҡиғаларҙың, бөгөнгө көнгә лә сағылғанын күрәһең.